Бөтә яңылыҡтар
13 Март 2020, 18:57

Ығы-зығыға нигеҙ юҡ

Интернет киңлектәре коронавирус хаҡында төрлө хәбәр менән тулған –ҡайһыһы ялған, ҡайһыһы дөрөҫ икәнен белеп тә булмай. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында бөгөн ашығыс үткәрелгән брифинг асыҡлыҡ индерҙе: шөкөр, Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар юҡ.

Журналистар менән осрашыуҙа республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Роспотребнадзор, Гигиена һәм эпидемиология үҙәге, 4-се инфекция клиник дауаханаһы етәкселәре ҡатнашты.
Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Александр Жеребцов 13 мартҡа коронавирус менән донъяла – 125 мең, Рәсәйҙә 34 кеше ауырыуы хаҡында һөйләне. Башҡортостанда уның менән сирләүселәр булмауын билдәләне. Шулай ҙа, уның әйтеүенсә, сит илдәрҙән ҡайтҡан 311 кеше участка табиптары күҙәтеүе аҫтында тора. Йәғни улар 14 көн буйы өйҙәрендә карантин үтә.
Өфө 4-се инфекция клиник дауаханаһында коронавирусҡа шик булған 18 кешенең һаулығы күҙәтелә. Был турала дауахананың баш табибы Радик Ғәлимов белдерҙе.
Алама вирустың барлығы-юҡлығы махсус тест-системалар ярҙамында асыҡлана. “18 февралдән башлап республикала коронавирусҡа шик тыуған кешеләр шул тест-системалар буйынса тикшерелә”, – тип һөйләне БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Козак.

Фото “Башинформ” агентлығынан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: