+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10 Март 2020, 14:27

Сафияла ҡунаҡта

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн театр һәм декоратив- биҙәү ҡулланма сәнғәт студияһы эшләй башланы. Уны Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының билдәле алып барыусыһы, “Гәлсәр һандуғас” проектының авторы, үҙе лә инвалид бала тәрбиәләүсе Земфира Байбулдина ойошторҙо. Ҡыҙы Сафияның исеме менән аталған клуб – студия мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙар менән генә түгел, ә барлыҡ балалар менән эшләргә әҙер. Уның эшенә профессиональ артистар, балалар менән эшләүҙә тәжрибәһе булған белгестәр йәлеп ителгән. Төрлө уйындар аша театр сәнғәте нескәлектәренә төшөнөү, телмәр үҫеше өҫтөндә эшләү, балсыҡтан төрлө һындар, һауыт-һаба әүәләү өсөн шарттар тыуҙырылған. Йәғни студияла ике йүнәлеш бергә ҡушылған.

Земфира Байбулдинаның был идеяһын уның ижадташ дуҫтары Ленария Хажиева, Александр Кузьменко һәм бинаның хужаһы, эшҡыуар Бабкен Туманян хуплап сыҡҡан һәм студияны ойоштороуға ҙур ярҙам күрһәткән. Ошо уҡ профессиональ артистар клубҡа килгән һәр бала менән шөғөлләнәсәк.
– Миңә Мәскәү ҡалаһында ДЦП, башҡа ҡатмарлы диагноз ҡуйылған балалар менән шөғөлләнергә тура килде. Актерлыҡ күнекмәләре, тренингтар аша асырға һәм асылырға ярҙам иттек беҙ уларға, – ти педагог Ленария Хажиева.
“Сафияла ҡунаҡта” тип аталған студия 4 йәштән 18 йәшкә тиклемге балаларҙы ҡабул итәсәк. Төп иғтибар мөмкинлектәре сикләнгән балаларға буласаҡ.
Земфира Байбулдина – өс бала әсәһе. Уның өсөнсө сабыйын “ҡояш ҡыҙы” тип йөрөтәләр. Бөгөнгө көндә Земфира социаль селтәрҙә бик әүҙем эш алып бара, “даун” диагнозы ҡуйылған балалы ғаиләләргә өлгө күрһәтә, ҡыҙының ябай балаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмауын иҫбат итергә тырыша.
– Сафия миңә ысын әсәлек тойғоһо бүләк итте. Әсә үҙ балаһын нисек яратырға, балаһына күпме ваҡыт бүлергә тейеш – был хистәр миңә тик Сафия аша килде. Әгәр ҙә ошо “ҡояш ҡыҙы” булмаһа, мин һаман да донъямды онотоп, эшкә бирелеп тик йөрөр инем. Ошо сабый мине әсә итте, – тине Земфира Байбулдина.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: