-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10 Март 2020, 18:26

Ҡатын-ҡыҙ яҙыусылар хаҡында белешмә

Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә Зәйфә Цуканова авторлығында яҙыусы ҡатын-ҡыҙҙар тураһында “Башҡортостан яҙыусылары” тигән электрон белешмә донья күрҙе. Ул компакт - дискыға яҙылған. Электрон белешмә республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәп ижад иткән, Яҙыусылар союзы ағзалары булып торған, төрлө дәүләт наградаларына, премияларына эйә булған һәм шулай уҡ ижады рәсми баһаланмаған ҡатын-ҡыҙҙыр хаҡында ҡыҫҡаса белешмә бирә. Унда ижад иткән гүзәл заттарҙың биографияһы, алған наградалары, донъя күргән китаптары, улар буйынса яҙылған әҙәбиәт тураһында белешмә табырға мөмкин. Белешмәнең икенсе өлөшөнә исемдәре ижад донъяһында таныш, әммә Яҙыусылар союзында тормаған яҙыусы ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында мәғлүмәттәр ингән.

Авторҙың үҙе билдәләүенсә, ҡатын-ҡыҙ яҙыусыларҙың ижады уҡыусыларға тиҙерәк барып етә. Бынан тыш, гүзәл заттар әҙәбиәт донъяһында бик ҙур танылыу алған. Республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы 1967 йылда булдырыла. Уның тәүге лауреаты – ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшина. Был юғары премия уға “Ырғыҙ” романы өсөн үлгәндән һуң бирелә. “Тап Һәҙиә Дәүләтшинанан һуң әҙәбиәттә, сағыу, һәләтле ҡатын-ҡыҙ яҙыусы, тигән исемлек асыла”, – тип билдәләй белешмә авторы Зәйфә Цуканова. Бер йылдан һуң был премия Зәйнәб Биишеваға тапшырыла.
Ҡатын-ҡыҙҙар бик әүҙем яҙышһа ла, 27 йыл эсендә башҡаса бындай юғары премияларға дәғүә итеүселәр булмай. Тик 1995 йылда Салауат Юлаев дәүләт премияһы – Факиһа Туғыҙбаеваға, ә 2006 йылда Таңсулпан Ғариповаға тапшырыла.
Йәмғиәттә гүзәл заттың статусы үҙенә бер башҡа. Ул яҙыусы ғына түгел, ир ҡатыны ла, әсә лә, өләсәй ҙә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев әйтеүенсә, ҡатын-ҡыҙ шағирҙы яуғир ҡатындар менән тиңләргә мөмкин. Ир-егеттәр менән бер рәттән улар ҙа әҙәбиәт утында яна.
Шуға күрә белешмә авторының тап ҡатын-ҡыҙ әҙәбиәтенә мөрәжәғәт итеүе, ижад иткән ҡатындар хаҡында белешмә биреүе осраҡлы түгел. Гүзәл заттар беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙә айырым, үҙенсәлекле урын алып тора.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: