+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Март 2020, 23:04

"Башҡортостан ҡыҙы" дуҫтарын йыйҙы

“Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул, йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға!” Бөгөн “Башҡортостан ҡыҙы” журналы ошолай тип аталған байрам үткәрҙе. Баҫманы яратып алдырып уҡыусыларға, уның мәртәбәһен һәм данын арттырыусыларға һәм шулай уҡ Башҡорт теле йылына арналған сараға журналдың дуҫтары йыйылды.

Кисәне асып, баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоева быйыл да бәйгеләрҙең дауам итеүен, уға Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы менән берлектә үткәргән “Һуғыш – ҡатын-ҡыҙ яҙмышында” конкурсы өҫтәлеүен, “Һалдат хаттары” акцияһы старт алыуын билдәләне, былтырғы йыл лауреаттарын тәбрикләне. Уҡыусыларыбыҙҙы ҡыуандырған шағирә Тамара Ғәниева– шиғырҙар шәлкеме, тележурналист, яҙыусы Сәрүәр Сурина – халҡыбыҙҙың милли йолаларын, йыр-моңдарын һаҡлаған һәм тергеҙгән гүзәл заттарыбыҙға арналған яҙмалары, Мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фондының үҙәк филиалы эксперты Светлана Минһажева – сәләмәтлекте һаҡлау мәҙәниәтен күтәреүсе, бушлай медицина ярҙамы алыу хаҡында мәғлүмәт биреп тороусы мәҡәләләре, фотохәбәрсебеҙ Александр Данилов баҫмабыҙ биттәрен фотоһүрәттәре менән биҙәгәне өсөн журналыбыҙҙың лауреаттары итеп билдәләнде. Журналдың биҙәүсе рәссамы Рауил Шәйхелисламовҡа “Башҡортостан Республикаһы нәшриәт йорто” дәүләт унитар предприятиеһының маҡтау ҡағыҙы тапшырылды.

Байрам менән ҡотларға БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының баш белгесе Неля Ғәйнетдинова һәм “Башҡортостан Республикаһы нәшриәт йорто” дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Венера Хәкимова, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, Башҡортостан апитерапия үҙәге директоры Әмир Ишемғолов, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Тамара Искәндәриә, шағирә Гүзәл Ситдиҡова, ғалимә Зәйтүнә Шәрипова, тележурналист Шәүрә Ғилманова, яҙыусы Гөлнур Яҡупова, эшҡыуар Миңзәлә Фазлетдинова, Гүзәл Шәһиева, Айгөл Искәндәрова, журналдың элекке хеҙмәткәрҙәре Гөләрә Миңлеғолова, Наилә Саҙрыева, Роза Зиннәтшина килде.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы йыл һайын төрлө бәйгеләр ойоштороп тора. Үткән йылда республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған “Быуат ҡәләме” публицистик яҙмалар, иң ҡәҙерлеләребеҙгә бағышланған “Әсә йөрәге” видеояҙмалар, маһир ҡул оҫталарын йыйған “Беләҙегем-йөҙөгөм” бәйгеләре үтте. Бөгөн был конкурстарға йомғаҡ яһалып, еңеүселәр тәбрикләнде.

Сара йыр-моң менән үрелеп барҙы. Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Роза Аккучукова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Лилиә Ишемйәрова, Зәлиә Нурлы, Мирсәйет Ҡылысов, Лариса Сафуанова, Гөлйемеш Ҡылысоваларҙың моңло йырҙары, Рәйлә Сабитова башҡарыуында ҡурай моңо, “Мираҫ” инструменталь ансамбль, “Селтәр” студияһы ағинәйҙәренең сығышы барыһының да күңеленә хуш килде.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: