+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Март 2020, 00:35

Был сирҙән һаҡланыу мөһим

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар юҡ. Коронавирустың таралыуын булдырмау буйынса оператив штабтың сираттағы ултырышында кисә шулай тип белдерелде. Ултырышты Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров алып барҙы.

БР баш санитар табибы урынбаҫары Галина Пермина билдәләүенсә, ғинуарҙан республикала эпидемияға ҡаршы саралар ойошторолған. Ҡытайҙан ҡайтыусылар ентекле медицина тикшереүе үткән, береһендә лә сир табылмаған.
– Коронавирусҡа ҡаршы тороу, уны дауаларға өйрәтеү буйынса уҡыуҙар үткәрәбеҙ. Дауаханалар кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, медикаменттар, һаҡланыу саралары етерлек, – тине һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Ултырышта 100 мең һаҡланыу битлектәре запасын булдырыу хаҡында ҡарар сығарылды.
Андрей Назаров донъяла коронавирусҡа бәйле хәлде иҫтә тоторға кәрәклеген әйтеп үтте. Ваҡиғалар нисек барыуға ҡарамаҫтан, әҙер булыу, иҡтисадта көрсөккә ҡаршы саралар ҡабул итергә лә әҙер тороу мөһимлеген билдәләне.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: