Аҙналыҡ брифингта сығыш яһап, ул, Башҡортостанда халыҡ йолаларын һаҡлауға йүнәлтелгән ҙур мәҙәни сара үтәсәген билдәләне.
18 июлдән 1 авгусҡа тиклем традицион сәнғәт һәм фольклор фестивалдәре ойошмаларының Халыҡ-ара Советы VI Бөтә донья фольклориадаһы үткәрелә. Был ҙур сара Рәсәйҙә бер-нисә этапта ойошторола.
Уны тантаналы асыу Өфөлә 18 июлдә буласаҡ. 19 июль Фольклориадаға килгән ҡунаҡтар милли костюмдарҙа парад менән үтәсәк.
– Тап шул аҙнала барлыҡ журналистар, Рәсәй һәм сит илдең киң мәғлүмәт саралары өсөн фольклориада аккредитация өсөн асыҡ, – тигән Мария Захарова.
Сарала 85 илдән 3 мең кешенең ҡатнашыуы көтөлә.14 көн дауамында төрлө илдәрҙән һәм төбәктәрҙән килгән коллективтар мәҙәниәт ярҙамында үҙ-ара аралашасаҡ.