+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
2 Март 2020, 19:06

Башҡорт табиптары – ил бәйгеһендә

Кисә Мәскәүҙә “Экспоцентр” күргәҙмә комплексында “Һаулыҡ һаҡлау” йүнәлеше буйынса “Рәсәй лидерҙары –2020” конкурсының ярым финалы башланды. Конкурста Рәсәйҙең 54 төбәгенән ун меңгә яҡын ҡатнашыусы үҙ көсөн һынаған, 237 бәйгесе ярым финалға сыҡҡан. Шулар араһында Башҡортостан табиптары ла булыуы бик ҡыуаныслы!

Богдан Олейник, Рөстәм Латипов, Денис Йыһаншин, Артем Изосимов, Глеб Глебов, Гөлнара Иҙрисова, Алексей Байдалин, Алексей Кобяков, Динар Ғабдрахманов – барлығы туғыҙ табип республика исеменән сығыш яһай.
1-2 мартта улар үҙҙәренең лидерлыҡ сифаттарын күрһәтһә, 3 мартта “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса стратегик сессияла һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашасаҡ. 4 мартта ярым финалда ярышҡан 100 еңеүсе финалға сығасаҡ. 5 мартта араларынан 30 еңеүсене иғлан итәсәктәр. Артабан иң-иңдәре тип табылған ун бәйгесе 27-31 мартта Сочиҙа үтәсәк суперфиналға бара. Яҡташтарға уңыштар теләйбеҙ!

Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: