+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
2 Март 2020, 19:25

Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе

“Башҡортостан-24” каналында “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” тигән конкурс буйынса матбуғат конференцияһы үткәрелде. Унда проекттың ойоштороусыһы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов хәбәрселәр һорауҙарына яуап бирҙе.

Республикала “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” тигән конкурс дүртенсе йыл рәттән уҙғарыла. Уның тәүгеһендә 100 кеше ҡатнашһа, быйыл бәйгеселәр һаны – 500 кеше. Төбәктәрҙә әүҙем йәмәғәт тормошо алып барған, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған, күп бала тәрбиәләгән өлгөлө гүзәл ҡатындар конкурстың ун номинацияһына дәғүә итә.
Бөгөнгө заманда ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте һәр тарафта бик әүҙем эшләй. Ир- егеттәр ҡоро, атайҙар клубы тигән ойошмалар тап гүзәл заттарҙан өлгө алып барлыҡҡа килде. Шулай уҡ ғаилә институтын нығытыуҙа ла ҡатын-ҡыҙҙың роле, һис шикһеҙ, ҙур. Кемдәр улар “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” тигән исемгә лайыҡтар?
Быйылғы конкурс номинацияһына дәғүә итеүсе Дәүләкән ҡыҙы Гөлназ Ҡорманаева туғыҙ бала тәрбиәләй. Бынан тыш, йәш ҡатын республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, Йәштәр йәмәғәт палатаһында хәл иткес закондар сығарыуҙа ла үҙ тәҡдимдәре менән сығыш яһай. Уның әсәһе 90-сы йылдарҙан районда фермерлыҡ хужалығын етәкләгән. Ауыл хужалығында тәжрибә туплаған кеше булараҡ, ул, республикала фермерҙар өсөн закон әлегәсә камиллашмаған, тип иҫәпләй. Бөгөн улар әсәле-ҡыҙлы ошо проблемаға иғтибар йүнәлтә. Шулай уҡ ирҙәр абруйын күтәреү, атайҙарға арналған байрамдарҙы ла дәүләт кимәлендә үткәреү хаҡында тәҡдим индергән Гөлназ.
– Ә райондарҙа ауыл биләмәһе башлығы, староста, уҡытыусы булып эшләгән, күп бала тәрбиәләгән ошондай булдыҡлы ҡатындар бик күп, – тине матбуғат конференцияһында Гөлнур Ҡолһарина. Ул конкурстың социаль һәм мәҙәни әһәмиәте хаҡында ла һөйләп үтте.
“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы 4 мартта Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында уҙасаҡ. Инеү ирекле.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, сәхнә биҙәлеше ҡыҙыл төҫтә буласаҡ. Саҡырыу ҡағыҙҙары ла шундай уҡ төҫтән әҙерләнгән. Байрам ике өлөштән торасаҡ. Уның тәүгеһе ҙур , икенсеһе тамашасы залында уҙасаҡ. Еңеүселәргә матур кубок, дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ. Шулай уҡ ҡайһы бер гүзәл заттарыбыҙ Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙалға лайыҡ буласаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: