+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
28 Февраль 2020, 12:03

Оло форум буласаҡ

Рәсәй халҡы, тулҡынланып, иң ҙур байрамды – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләргә әҙерләнә. 2020 йыл Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителеү айҡанлы, һәр тарафта бик күп тантаналы саралар ойошторола.

Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе республикала “Башҡортостандың бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө” тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үткәрергә тәҡдим иткәйне. Республика етәксеһе Радий Хәбиров, тәҡдимде хуплап, форум уҙғарыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Сараға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты төҙөлдө. Ул министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәренән, ғалимдарҙан тора. Комитет рәйесе итеп Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбав билдәләнде.
Ойоштороу комитетына сараға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса план төҙөү, раҫлау эше йөкмәтелде. Хөкүмәткә форумды үткәреүгә бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләү бурысы һалынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: