-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
28 Февраль 2020, 17:45

Атайҙар өсөн дә награда булдырылды

Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы “Атайҙар даны” наградаһын булдырҙы. Ул республикала ғаилә сәйәсәте концепцияһының икенсе этабы сиктәрендә 2025 йылдарға тиклем тапшырыласаҡ.

Был бүләккә Башҡортостанда биш йылдан ашыу йәшәгән, Рәсәй гражданлығы булған атайҙар дәғүә итә ала. Шулай уҡ биш йыл элек етем балаларҙы уллыҡҡа алған, хәрби конфликттарҙа, Ватанды һаҡлағанда балаларын юғалтҡан ир-егеттәргә лә тапшырыла ул.
“Атайҙар даны”ның маҡсаты – атайлыҡ институтын, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу.
Награданы алыу өсөн дәғүәсе хеҙмәт иткән предприятие коллективтарынан йәмәғәт палатаһына юллама талап ителә. Заявкалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә, комиссия уны 15 майға тиклем ҡараясаҡ.
“Атайҙар даны” июндә Рәсәйҙә Атайҙар көнөн билдәләгән ваҡытта тапшырыла.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: