+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Февраль 2020, 18:47

Шаляпиндың 150 йыллығы хаҡындағы Указ

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров күренекле рус йырсыһы Федор Иванович Шаляпиндың 150 йыллығын билдәләү хаҡындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Республика етәксеһе “Башҡортостандағы рустар соборы” йәмәғәт ойошмаһы төбәк комитетының тәҡдимен яҡлап сыҡты.
Мәҙәни сараны үткәреү өсөн хөкүмәт кимәлендәге ойоштороу комитеты төҙөләсәк. Уны хөкүмәт премьер-министр урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров етәкләйәсәк.
Федор Шаляпин рус опера һәм камера йырсыһы, төрлө йылдарҙа илдең Ҙур, Мариин, шулай уҡ Метрополитен опера театрҙарында солист булып тора. Республиканың беренсе халыҡ артисы, Мариин театрының художество етәксеһе була.
Федор Шаляпиндың яҙмышы Башҡортостан менән дә бәйләнгән. Өфөлә ул бәләкәй генә оперетта труппаһының хорында йырлап танылыу ала. Был иһә йәш башҡарыусының артабанғы йырсы карьераһы өсөн этәргес бирә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: