+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Февраль 2020, 18:07

Мәктәптә кеҫә телефоны кәрәкме?

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яңы проблема күтәрҙе. Ул мәктәптә, дәрес ваҡытында балаларға кеҫә телефоны кәрәкме-юҡмы тигән мәсьәләгә ҡағыла. Республика етәксеһе, бала иртән белем учреждениеһына килгәс, телефонын класс етәксеһенә биреп тороуға нисек ҡарайһығыҙ, тигән кәңәш һорай.

– Шылтыратып алырға йә иһә тиҙ арала хәбәр ебәрергә булһа, быны тәнәфес ваҡытында эшләргә мөмкин. Бәлки ошондай алымдар менән балаларҙы смартфондар йоғонтоһонан арындырырға, ә бөтә иғтибарҙы белем алыуға йүнәлтергә кәрәктер.
Башҡортостан мәктәптәрендә кеҫә телефондарын тыйырға кәрәкме, юҡмы? Барлыҡ ата-әсәләрҙең дә тауыш биреүе һорала. Уның йомғаҡтары бергәләп ҡарар ҡабул итеүгә йоғонто яһаясаҡ, – тип яҙа Радий Фәрит улы үҙенең сәхифәһендә.
Шул уҡ ваҡытта республика етәксеһе чиновниктарҙан телефондарын тартып алғас, эш һөҙөмтәһе артыуын да яҙып ҡуйған.
Радий Хәбировтың тәҡдименә әле 60-ҡа яҡын фекер яҙылған. Улар ике яҡлы. Кемдер мотлаҡ телефондарҙы алырға кәрәк тип иҫәпләй. Икенселәр кеҫә телефондары дәрестә кәрәкле мәғлүмәт табыу өсөн ҙур ярҙам, тип яҙа. Ә ҡайһы берәүҙәр барыһы ла баланың тәрбиә кимәленән тора, тип билдәләй.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: