-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Февраль 2020, 13:17

Бөгөн, Ҡояш байығас та, Рәғәиб кисәһе башлана

Рәжәб — (ғәр. رجب‎) -һижри иҫәп менән йылдың етенсе айы. Рәжәб айындағы беренсе йома — рәғәиб кисәһе. 26 рәжәб — миғраж кисе. Рәжәб айы мосолмандарҙакесе хаж - Үмрә айы булып та һанала. Ғәрәптәр элек-электән был айҙы ураҙалартотоп, ҡорбандар салып үткәрә торған булғандар. Төрлө һуғыштарға һәм яу сабыуҙарға сик ҡуйылған. Ғөләмәләр Рәжәб айы - сәсеү айы тип һанай. Шағбан иһә шул сәскәнгә һыу һибеү, тәрбиәләү айы.Рамаҙан айы шул ғәмәлдәр өсөн рәхмәттәр алыу айы. Йәғни был өс ай үҙ-ара бик тығыҙ бәйле.

Был ай — "һаңрау" ай. Бәндәләрҙең гонаһтары хаҡында Аллаһы Тәғәлә ишетеп бармай, рәхмәт-бәрәкәттәре яуып тора.
Был айҙа Мөхәмәт ғәләйһис-сәләмдең ата-әсәһе никахҡа инә, ошо уҡ айҙа Пәйғәмбәр с.ғ.с миғражға аша.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: