Бөтә яңылыҡтар
26 Февраль 2020, 18:47

Туған телдәрҙе һаҡлайыҡ

Бөгөн Өфө ҡалаһының башҡорт мәктәптәрендә туған телдәр көнөнә арналған саралар үтте.

20-се башҡорт гимназияһында ул “Асыҡ микрофон” форматында осрашыу итеп ойошторолдо. Халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Быуындарға ялғап быуындырҙы, илде тотҡан телем, һүҙем бар” тигән шиғри юлдарын исем итеп алған сараға баш ҡала мәктәптәренең педагогтары һәм һәләтле уҡыусылары саҡырылды. Программа “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге һәм “Сәхибъямал” татар ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә ойошторолдо.
Мәғариф учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре һәм балалар менән осрашыуға билдәле әҙибәләр, дәүләт эшмәкәре Йомабикә Ильясова, Тамара Юлдашева, Хәлисә Мөҙәрисовалар килде. Кисә йәнле һөйләшеү, һәр бер сығыштан һуң фекер алышыу форматында башҡорт һәм татар телдәрендә алып барылды.
Туған телдәрҙе яҡлауға кем ниндәй өлөш индерә ала? Һәр кем асыҡ микрофон янына сығып әңгәмә ҡорҙо, үҙенең фекерҙәрен белдерҙе. Осрашыу төрлө мәктәптәрҙән килгән уҡыусыларҙың сығыштары, концерт номерҙары менән байытылды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: