0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
25 Февраль 2020, 13:48

Фольклориадаға әҙерлек бара

Башҡортостанда быйыл 18 июлдән 1 августҡа тиклем Бөтә донья фольклориадаһы үтәсәк. Был сараны ойоштороу өсөн республика шартлы рәүештә туғыҙ округҡа бүленгән. Байрамдар һәр район үҙәгендә һәм ҡала округында барасаҡ.

70 майҙанда концерт сығыштарынан тыш күргәҙмә – йәрминкәләр, традицион уйындар, парадтар була.
Фольклориада ҡатнашасаҡ илдәр үҙҙәренең сәнғәте, милли костюмдары һәм музыка ҡоралдары менән таныштырасаҡ.
Фестивалдең төп шарты буйынса барлыҡ майҙансыҡтар ҙа асыҡ һауала ойошторола. Был иһә байрам сараларында күберәк кешене ҡатнаштырыу һәм ҡарау мөмкинлеге лә.
Республиканың халыҡ-ара кимәлдәге саралар үткәреү тәжрибәһе бар. “Берҙәмлек” милли мәҙәниәте фестивале быға асыҡ миҫал.
Бөтә донья фольклориадаһын Рәсәй ҡабул итә, ә уны үткәреү урыны тип Башҡортостан осраҡлы һайланмаған. Республиканың инфроструктураһы, мәҙәни потенциалы, уңайлы транспорт үҙәге булыуы ошондай кимәлдәге сараларҙы үткәрергә мөмкинлек бирә. Фольклориада байрамы мәҙәнитәбеҙҙе, халыҡ ижадын донья кимәлендә танытыу мөмкинлеге лә.

Рәмил Нафиҡов фотоһы.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: