+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
25 Февраль 2020, 13:00

Алма баҡсаһында үҙем, Гөл баҡсаһында күҙем

Алма баҡсаһында үҙем, Гөл баҡсаһында күҙемҠыҫҡа йырҙарМинең алда – ваҡыт үтеү менән һарғайып бөткән, алыҫтағы йылдар төпкөлөнән ҡәҙерле бер ҡомартҡы булып ҡалған йыр дәфтәре. Дәфтәр биттәрендә – зәңгәр ҡара менән ваҡ ҡына хәрефтәрҙе тип-тигеҙ итеп мәрйендәй теҙеп кенә яҙылған йыр текстары. Йәмғеһе 81 ҡыҫҡа йыр (нумерация ла ҡуйылған). Иң аҙаҡтан урыҫсалап ошондай мәғлүмәт теркәлгән: «Написано 5 декабря 1954 г. 6 часов вечера». Йыр дәфтәрен яҙыусының ҡултамғаһы, адресы һәм исем-фамилияһы ла бар: «Сосновка районы Әлеш ауылы. Нәғимә Вәлиева», – тип билдәләнгән. Аҙаҡҡы биттәренең береһендә ике тиҫтәгә яҡын ҡултамға күренә. Улары инде Нәғимә һылыуҙың әхирәттәренән ҡалған иҫтәлектер, моғайын. Иң һуңғы ике биттә төрлө төҫтәге ҡәләмдәр менән сәскәләр төшөрөлгән.

Был дәфтәрҙе беҙгә, Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының урыҫ-башҡорт бүлексәһе студенттарына, 1961 йылдың 7 июлендә, апайымдың йәдкәре, тип, Силәбе өлкәһенең нәҡ ана шул Сосновка районы Әлеш ауыл Советы Әлеш ауылында Сәләх Вәлиев тигән егет тапшырғайны. Унда беҙ, фольклор практикаһында ҡатнашыусылар, өлкәнең Ҡоншаҡ, Арғаяш райондары аша оҙон юл үтеп, көн үҙәгендә генә туҡталып киткәйнек. Шул ваҡыттан бирле мин йыйнаған фольклор материалдары араһында һаҡлана ул ҡомартҡы.
1954 йылда, йыр дәфтәрен яҙған ваҡытта, Нәғимә Вәлиеваға 17 йәш булған. 17 йәшлек ҡыҙ бала күңелендәге яҡты хис-тойғолар менән һуғарылғандай ундағы йыр юлдары. Үҙенең йәшлек хыялдарына ҡанат ҡуйырҙай йырҙарҙың иң матурҙарын ғына һайлап бергә туплаған ул. «Һәр китапты уҡып киләм: һөйгәнеңде ал тигән», – тип шундай матур аккорд менән тамамлауы үҙе ни тора! Беҙҙең йәш ва­ҡытта, уҙған быуаттың 50 – 60-сы йылдарында, иҫтәлеккә йыр яҙыу традицияһы йәшәп килә ине әле. Бәлки, ана шундай ҡулдан-ҡулға йөрөгән йыр дәфтәрҙәренән күсереп алынғандыр был йырҙар. Хыялдары, уй-ниәттәре яҡты булғас, яҙмышы ла уның яҡты булғандыр, тип ышанғы килә. Әммә иң мөһиме: ваҡыт һынауын үтеп, гөл баҡса­һындағы шиңмәҫ гөлдәр һымаҡ, хуш еҫтәре бөркөлөп тора кескенә был йыр йәдкәренән. Уҙған быуаттағы халыҡ ижадының аҫыл был мираҫын, тел үҙенсәлектәрен үҙгәртмәйенсә, бер аҙ ғына ҡыҫҡартып, «Башҡор­тостан ҡыҙы» уҡыусыларына тәҡдим итергә булдым.

Рәшит ШӘКҮР,

яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор.

Һыу буйында гөлдәр үҫкән,
Ҡыҙҙар йөрөгән төштөр был.
Һөйөп алыу, һөйөп барыу
Илдә булған эштер был.
Алмағастың алына,
Былбыл ҡунған талына.
Егет алһын, ҡыҙы барһын
Йәне һөйгән йәренә.
Егет елкенмәй ҡалмаҫ,
Ҡыҙҙар уға алданмаҫ.
Егет менән ҡыҙҙар барҙа
Уйын-көлкөһөҙ булмаҫ.
Алай ҙа беҙгә нужа лай,
Былай ҙа беҙгә нужа.
Уйнамай ҙа, йырламай ҙа,
Йәш ғөмөр нисек уҙа?
Йәйгә сыҡһаң, елдәр өсөн
Йәй келәткә урныңды.
Минән артыҡ яр тапмаҫһың,
Бик күтәрмә морноңдо.
Башыңдағы яулығыңды
Бәйләй белмәй бәйләмә.
Һөйгән ярың үткән саҡта
Телеңде һурып сәйнәмә.
Стакандың стенаһын
Матурлаған икәнһең.
Сөбхәналла, күҙ теймәһен,
Матур малай икәнһең.
Ҡара бөҙрә сәсләремде
Майлаймын да тараймын.
Сөбханалла, күҙ теймәһен,
Бик һоҡланып ҡараймын.
Ҡара бүркем бар минең,
Башҡайыма тар минең.
Миңә башҡа ярлар ниңә,
Алтын ярым бар минең.
Иҙел алҡын, һыуы һалҡын,
Ишеп булмай һалдарҙы.
Беребеҙ унда, беребеҙ бында,
Белешеп булмай хәлдәрҙе.
Алып бирем талир тәңкә,
Таҡ артыңа пар итеп.
Ал ҡулыңа, һал ҡуйныңа,
Ғөмөрлөккә яр итеп.
Егет-егет, ерән юрға,
Елгә ҡаршы елдермә.
Гөлдәй күргән ярың менән
Йәшә, егет, гел бергә.
Алма баҡсаһында үҙем,
Гөл баҡсаһында күҙем.
Һағынам үҙем, юлда күҙем,
Һарғайҙы нурлы йөҙөм.
Ишек алды йәшел сирәм,
Былбыл балаһы ҡаса.
Бик һағынһам, айға ҡарим,
Айҙы ла болот баҫа.
Алма баҡсаһына элдем
Башымдағы шәлемде.
Бармы йәнең, юҡмы йәнең,
Ник белмәйһең хәлемде?
Алһыу була, моңһоу була
Йәйге көндә таң атыу.
Һағыныуларым шул ҡәҙәр –
Мөмкин түгел аңлатыу.
Эй ал ғына, ал ғына,
Ал ғына, ҡыҙыл ғына.
Әллә барып ҡайтайыммы
Былбылдар булып ҡына.
Һандуғасым – гүзәлем,
Күрмәй нисек түҙәрмен.
Бәлки, күрмәй ҙә түҙәрмен,
Өҙөлөр инде үҙәгем.
Һауаларҙа мамыҡ оса
Күгәрсен ҡағынғанда.
Инде кемдәргә ҡарармын
Өҙөлөп һағынғанда.
Бәғеркәйем, айға ҡара,
Мин дә айға ҡарармын.
Күҙ нурларың айға төшһә,
Шунан эҙләп табармын.
Йем-йем ҡара сәсләремде
Майлайым да тараймын.
Һин бәғерем иҫкә төшкәс,
Тулған айға ҡараймын.
Ҡыҙыл-һары күлмәгемдең
Ҡара тамған түшенә.
Һағынһаң да, һарғайһаң да,
Һөйләп булмай кешегә.
Тау буйында тау аҫтында,
Һалҡын шишмә түгәрәк.
Осоп барып күрер инем,
Әгәр булһам күбәләк.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2020) һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: