-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Февраль 2020, 16:55

Һөнәри табышҡа һалым

2020 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда “Һөнәри табышҡа һалым” махсус яңы һалым режимы эшләй башланы. Ул нимәнән ғибәрәт? Һөнәри табышҡа һалым – өҫтәмә һалым түгел, ә махсус һалым режимы. Уға республика территорияһында эшләүсе физик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар ирекле рәүештә күсә ала.

Был осраҡта шәхси эшҡыуарҙарға һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһынан, берҙәм ауыл хужалығы һалымынан, табышҡа берҙәм һалым түләүенән, һалым һалыуҙың патентлы системаһы кеүек махсус режидарҙан баш тартырға тура киләсәк.
Һөнәри табышҡа һалым түләүселәр, тауар алып һатыу, акцизлы һәм маркировкалы тауарҙарҙы һатыу, файҙалы ҡаҙылмалар табыу һәм һатыуҙан тыш, эшҡыуарлыҡтың теләһә ниндәй төрө менән шөғөлләнә ала. Уларға ялланған хеҙмәткәрҙәр тоторға ярамай. Шулай уҡ үҙҙәре лә хеҙмәт килешеүе буйынса ниндәйҙер ойошмала эшләргә тейеш түгел.
Был төр һалым һалынған эшмәкәрлектән килгән табыш 2, 4 миллион һумдан артмаҫҡа тейеш.
Һалым суммаһы ошолай тип билдәләнә: физик шәхестәр алған керемдәренең – 4 процентын, шәхси эшҡыуарҙар һәм ойошмалар иһә 6 процентын күсерә.
Шуныһы мөһим: уларға һалым органдарына барып йөрөү кәрәкмәй. Рәсми теркәлеүҙән алып бюджетҡа һалым түләүгә тиклем “Минең һалым” мобиль ҡушымтаһы ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: