+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Февраль 2020, 16:50

Милли кейемдәр күргәҙмәһенә рәхим итегеҙ

20 февралдә “Урал” галереяһында “Ырыуҙар хазинаһы” күргәҙмәһе асылды. Ул Башҡортостанда башҡорт теле йылы айҡанлы һәм “Селтәр” башҡорт халыҡ кейеме студияһының биш йыллыҡ юбилейына бағышлап ойошторолдо.

Экспозицияла урын алған башҡорт халҡының милли кейемдәре “Селтәр”селәр ҡулы менән эшләгән. Ҡашмау, яға, иҙеү, селтәр, һаҡалдарға ҡарап күҙ ҡамаша. ”Бында ҡуйылған һәр әйбергә бөтмәҫ күңел йылылығы һалынған. “Селтәр” студияһына йөрөгәндәр барыһы ла, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, – өләсәйҙәр, ил инәләре. Бөгөн балаларҙы – киләсәгебеҙҙе тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерәһегеҙ”, – тине Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева күргәҙмәне асыу тантанаһында.
Студия етәксеһе, Республика халыҡ ижады үҙәгенең әйҙәүсе белгесе Гөлгөнә Баймырҙина бында йөрөгән гүзәл заттарҙың һәр береһе – үҙе ҡомартҡы, һәр береһенең үҙ ғаилә тарихы булыуын билдәләп үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты белгесе Гөлназ Аҡназарова: “Бөгөн был залдың биҙәге – стенала эленеп торған күҙ яуын алырҙай биҙәүестәр генә түгел, ул – һеҙ”, – тине. Ысынлап та, студияла күп яҡлы эштәр алып барыла. Бында фольклор коллективы ла бар, “Өләсәйҙәр һандығы” проекты тормошҡа ашырыла, башҡорт кейемдәре тегеү, аксессуарҙар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелә. Халыҡ ижадына, үткәненә һәм бөгөнгөһөнә битараф булмаған апайҙарыбыҙ республикала үткән төрлө сараларҙа ҡатнаша, халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ҙур эш алып бара.
Күргәҙмә 4 мартҡа тиклем дауам итә.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналының киләһе һандарының береһендә “Селтәр” студияһы коллективы тураһында мәҡәлә уҡырһығыҙ.

Рәмил Нафиҡов фотоһы.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: