-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
20 Февраль 2020, 17:06

Гөлназ Ғәлимуллина: “Башҡортостаныма һөйөүем – проекттарымда сағыла”

Мәскәүҙә йәшәгән башҡорт ҡыҙы, үҙен ил кимәлендә үҙенсәлекле фотограф итеп таныта алған Гөлназ Ғәлимуллина сираттағы проектын тамашасылар иғтибарына сығарҙы. Ул башҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәренә нигеҙләнгән. Үҙенең ижадында милли колоритҡа өҫтөнлөк биргән, Мәскәүҙә йәшәһә лә халҡына тоғро хеҙмәт иткән Гөлназдың проекттары үҙенсәлек, яңылыҡ яғынан бик отошло. Ул – заман һулышын тоя белгән фотограф, тип әйтергә кәрәк.

Был проекттың үҙәгенә башҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәре алынған. Шулай уҡ уларҙың рус һәм инглиз телдәрендәге оҡшаш күсермәһе лә бар. Йәғни, мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙең әйтелеше төрлөсә булһа ла, бер үк мәғәнәгә эйә.
Мәктәптә сит ил телдәре уҡытыусыһы Дилә Хизбуллина инглиздәрҙең мәҡәлдәрен анализлап сыға. Был педагогтың ғилми эшендә лә сағыла. Ошо мәҡәләләр йыйынтығы Гөлназдың проектына ла ҙур ярҙам була.
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре фотопроекты календарь формаһында сығарылған, уны хатта заказ менән һатып алырға ла мөмкин. Фотоның үҙәгендә милли кейемдәр кейгән башҡорт ҡатын-ҡыҙының образы, аҫтараҡ мәҡәлдәргә урын бирелгән. Был проекттың рәссаме Гөлназ Иҫәнғолова, моделе - Ильмира Моталова. Уларҙың барыһы ла Мәскәүҙә йәшәгән Башҡортостан ҡыҙҙары.Дизайнды Наталья Коживина эшләгән.
Идея авторы Гөлназ Ғәлимуллина Өфөлә тыуған, БГУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем алған. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында, “Тамыр” телерадиостудияһында эшләгән. Уның Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә танылыу алған телевизион эштәре байтаҡ. Режиссерҙан фотография менән мауығыуы Гөлназды өр яңы амплуала асты. Автор үҙе: “Мин – режиссер, фото ул – хобби. Был проекттарҙың барыһы ла тыуған яғым – Башҡортостаныма һөйөүҙән килә”, – ти.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: