+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
19 Февраль 2020, 11:39

Шағирҙың китаптарын алып өлгөр

Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» һәм «100 шиғыр» исемле юбилей баҫмалары һатыуға сыҡты. Китаптар Башҡортостан халыҡ шағирының 100 йыллығы айҡанлы «Инеш» нәшриәтендә донъя күрҙе.

Мостай Кәрим исемендәге фондтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы юғары сифатлы йыйынтыҡтарҙы 40-тан ашыу сауҙа нөктәләрендә, шул иҫәптән Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында һатып алырға мөмкин.
«Беҙҙең өйҙөң йәме» – ҙур форматлы сағыу һүрәтле баҫма. Өс мең данала донъя күргән 160 битлек балалар йыйынтығына яҙыусының «Беҙҙең өйҙөң йәме» һәм «Әтәс тирмәне» повестары, шулай уҡ хикәйәләре ингән.
«100 шиғыр» китабында Мостай Кәримдең иң яҡшы шиғырҙары тупланған. Баҫманың тиражы – 3 мең дана, күләме – 150 бит.

Фото Мостай Кәрим исемендәге фонд сайтынан алынды.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: