+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
19 Февраль 2020, 18:44

Өфөлә ”Рәсәй урмандары” фотопроекты старт ала

Уның маҡсаты беҙҙе уратып алған йәшеллеккә иғтибар йүнәлтеү. Проект халыҡ-ара кимәлдә үткәрелә һәм уның эшендә Рәсәйҙең билдәле фотожурналистары, донья кимәлендәге йондоҙҙар ҡатнаша.

Ошо уңайҙан “Республика Башҡортостан” гәзите мөхәрриәтендә Мәскәүҙә йәшәүсе билдәле фотожурналист Сергей Киврин менән осрашыу үтте. Сергей Владиславович әйтеүенсә, заманында урмансылыҡ хужалыҡтарын бөтөрөү бөгөнгө урмандарҙың ташландыҡ хәленә, йәшеллекте күрәләтә юҡҡа сығарыуға алып килде. “Фотожурналист булараҡ мин быға һәр ваҡыт иғтибар итәм һәм ҡот осҡос “пейзаждар” төшөрөп алам”, – ти ул. Был проблеманы фото ярҙамында булһа ла донья кимәленә сығарырға кәрәк тигән маҡсат ҡуя конкурсты ойоштороусылар. Йәшеллеккә ҡарата вәхшиҙәрсә ҡараш Себер урмандарына хас. Ә Башҡортостанда улар республиканың билдәле шәхестәрен дә, тәбиғәтен дә, тарихи һәм тәбиғи архитектураһын да, белем-мәҙәни үҙәктәрен дә фотоға төшөрәсәктәр. Уның һөҙөмтәһе булараҡ, «Башҡортостан – 2020” һәм “Рәсәй урмандары” тигән фотоальбом донья күрәсәк.
Сергей Киврин билдәле совет фотографы Владислав Киврин ғаиләһендә тыуып үҫкән. Фотолар менән 15 йәштән шөғөлләнә башлаған. Уны ижад доньяһында спорт өлкәһен киң яҡтыртыусы фото оҫтаһы тип беләләр. Белгестәр әйтеүенсә, Сергей Кавриндың архивында ҡыҙыу нөктәләрҙән ҡайтҡан фотолар ҙа, күренекле кешеләрҙең рәсеме лә, ҡала пейзаждары ла бар, ләкин спортҡа арналған фотоларына тиңдәр юҡ. Фотожурналистың Олимпия уйындарын сағылдырған фотолары илдең алтын фондын тәшкил итә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: