Милли музей директоры Марат Зөлҡәрнәев билдәләүенсә, бөгөнгө көндә белгестәр «Генерал Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов» күргәҙмә проекты өҫтөндә эшләй. Ул йыһазландырылған күсмә күргәҙмә буласаҡ, һәр муниципалитетҡа уның экземпляры тапшырыла.
Хәтер һәм дан йылы айҡанлы Милли музей майҙансығында «Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» республика ғилми-ғәмәли конференцияһы, «Ватан геройҙарына бағышлана …» республика балалар һүрәттәре конкурсы ойоштороу планлаштырылған. Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарында «Еңеү-75!» республика музей-ара күргәҙмә проекты ғәмәлгә ашырыласаҡ, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.