+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Февраль 2020, 16:21

Нәркәс Юлдашева – Беренсе каналдың “Dance Революция” проектында

Яҡташыбыҙ, Өфө ҡыҙы Нәркәс Юлдашева быға тиклем дә ТНТ каналы үткәргән “Бейеүҙәр” проектында ҡатнашҡайны. Унда ул башҡорт бейеүе менән һайлап алыу турын үткәйне.

Был юлы бейеүсе ирҙәре менән бергә яу сапҡан башҡорт ҡатын-ҡыҙы образын күрһәтте. Бейеүҙә Нәркәс атта ла сапты, уҡтан да атты, шул уҡ ваҡытта башҡорт ҡыҙҙарының йомшаҡ, нәзәкәтле сифаттарын да, сибәрлеген дә күрһәтә алды.
Билдәле хореограф Алла Сигалова, Сергей Полунин һәм йырсы Вера Брежнева ҡатнашлығындағы жюри бейеүҙе оҡшатты, әммә аҙ ғына хәрәкттәр һәм ниндәйҙер элементтарҙың етмәүен билдәләне.
Нәркәс – билдәле ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашевтың ҡыҙы. Уға ни бары 20 йәш, һөнәре буйынса музыкант. Беренсе канал ойошторған проектҡа интервьюһында ул, бөгөнгө көндә сәнғәт институтының хореография бүлегендә уҡыуын да билдәләне.
Киләһе турҙарҙа ҡатнашыу өсөн Нәркәс Юлдашеваға оҫталығын тағы ла камиллаштырырға тура киләсәк. Бөтә Рәсәй кимәлендә сығыш яһап, халҡыбыҙҙың бейеү сәнғәте өлгөһө менән таныштырған Нәркәскә уңыштар теләп, афарин, тип әйтергә генә ҡала.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: