+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Февраль 2020, 13:54

Батырхандың Яңы йыл теләге тормошҡа ашты

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Батырхан Айытҡолов Республика Башлығы Радий Хәбиров менән хоккей ҡараны. Был малайҙың Яңы йыл теләге ине.

Айытҡоловтар ғаиләһе үткән йыл аҙағында “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе республика бүлексәһенең “Башҡортостан” концерт залы менән берлектәге акцияһында ҡатнаша. “Ысынға алмай ғына ҡатнашыу шундай һөҙөмтәләргә алып килер тип уйламаным да”, – ти малайҙың әсәһе Гүзәл Айытҡолова.
Батырхан республика Башлығы менән бергә хоккей ҡарау теләген яҙып ҡалдыра. Акцияны ойоштороусылар барлыҡ теләк-яҙмалары араһында тап малайҙың хыялын һайлап ала һәм иғлан итә.
Нийһайәт, яңы йылдың февраль айында республика башлығы Радий Хәбиров Батырханды хоккейға саҡыра. Осрашыуға ул үҙенең тормош иптәше Каринэ һәм ике йәш ярымлыҡ улы Фәритте лә алып килә. Батырхан әсәһе менән бара.
Гүзәл Айытҡолова билдәләүенсә, осрашыу бик йылы шарттарҙа үткән. “Хоккей уйыны араһындағы тәнәфестә ике тапҡыр бергә сәй эстек, спорт хаҡында һөйләшеү алып барҙыҡ. Шундай асыҡ, ихлас, алсаҡ ғаилә”, – ти Гүзәл ханым.
Әйткәндәй, Батырхан фехтование менән ныҡлап шөғөлләнә. Шуға күрә Гүзәл ханым ошо спорт төрөнә бәйле ҡайһы бер проблемаларҙы ла күтәргән. Мәҫәлән, фехтование буйынса көслө тренерҙар Башҡортостанда яҡлау тапмай, ситкә китә тип билдәләй ул. Үҙ сиратында Радий Фәрит улы ла үҙенең спорт менән шөғөлләнгән осорҙары хаҡында бәйән итә.
Батырхан Айытҡоловҡа әле туғыҙ йәш, ул Өфөнөң 45-се мәктәбендә белем ала. Уның олатаһы республикабыҙға киң билдәле кеше. Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр ҡурайсы Азат Айытҡолов. Ләкин республика башлығы менән осрашыуға билдәле ҡартатайҙың бер ҡыҫылышы ла юҡ, был тик бәхетле осраҡ, тип яуап бирҙе беҙгә Гүзәл Айытҡолова.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: