+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Февраль 2020, 11:24

Зауыҡ йылының эмблемаһы раҫланды

Кисә республика Хөкүмәтендә 2020 йылда Зауыҡлы биләмәләр йылын әҙерлекле үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Көн тәртибенә Зауыҡ йылына әҙерлек эштәренә йомғаҡ яһау, йылдың эмблемаһы буйынса фекер алышыу йомғаҡтары, шулай уҡ “Тыуған урам” һәм Нефтекама ҡалаһында үтәсәк Халыҡ-ара ҡала урамы сәнғәте фестивале сиктәрендә ҡаралған саралар планы тураһында мәсьәләләр сығарылды.

Башҡортостанда барлығы 4 мең тораҡ урын (ауылдар, ҡасабалар, ҡалалар) иҫәпләнә. Уларҙа үҙәк урамдар һәм “ҡыҙыл” һыҙыҡ һыҙаттары оҙонлоғо – 52 мең километр. Иҫәпләүҙәр күрһәтеүенсә, 587 километр ҡоймаларҙы төҙәтергә һәм 3 мең кв киломерт газон эшләргә кәрәк.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: