Рәми Ғарипов Салауат районы Арҡауыл ауылында 1932 йылдың 12 февралендә доньяға килгән. Уның киң билдәле “Туған тел” шиғыры бөгөнгө көндәргә лә ауаздаш һәм шағир булмышын билдәләгән әҫәрҙәрҙең береһе. Иҫән сағында ялҡынлы ижады, фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн бер награда ла алмаған шағирға танылыу беҙҙең көндәрҙә генә килде. Уға Башҡортостандың халыҡ шағиры һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы үҙе үлгәндән һуң бирелде.