-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Февраль 2020, 14:05

Моңдарға сорна, “Ашҡаҙар”!

“Ашҡаҙар” радиоһының ойошторолоуына 10 йыл да тулып киткән икән! Заманында миңә лә һабаҡташым Миләүшә Ғәлиева саҡырыуы буйынса унда эшләп алырға тура килгәйне. Яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина алып барған “Беҙҙең донъя” тапшырыуын яратып тыңлай инем. Гөлсирә апайҙан һуң эшләп алып китеү еңел булды, сөнки уның еңел, рәхәт тулҡынын тотоп алғайным.

Тапшырыуҙарға шундай рәхәт, күңелле аралашыу итеп ҡарай инем. Бер Гөлнара Хәлфетдинова менән ныҡ ҡына көлөшкәнбеҙ ҙә Миләүшә иҫкәртеү яһағайны: “Ҡыҙҙар, көлөп радио тыңлаусыларҙы өркөтөп бөтөрәһегеҙ бит...” Өркмәнеләр былай, ошо еңеллеккә, ихлас аралашыуға киреһенсә тартылдылар. Сөнки беҙҙең халыҡ ихлас бит ул. Рәмил Йәнбәк менән бер кабиннетта ун йылдан ашыу бергә ултырып эшләһәм дә, эфирҙа ул шундай ихлас яуаптар бирҙе. Аҙаҡ хатта яҙыусылар араһында бер көләмәс тә таралды. Йәнәһе, “Ағиҙел”дә һөйләшеүҙәре етмәгән, радиоэфирға сығарып аралаша башлағандар...”
Тура эфирҙан үткән тапшырыуҙарға ентекле әҙерләнәһең. Яҙыусы булһа, уның ижади багажын барлайһың, күңел торошон самалайһың. Күңел һалып эшләнем “Ашҡаҙар”ҙа. Башҡаса мөмкин түгел ине. Сөнки радио тыңлаусылар һәр ваҡыт теләктәш, ярҙамсы булды. Эфир ваҡытында һәр ваҡыт һине тыңлаусы барын тойоп, уның менән аралашыу рәүешендә алып бараһың һәм был көс тә бирә.
Ул ваҡытта ла “Ашҡаҙар”ҙа шундай матур коллектив тупланғайны. Колегалар иғтибарлы булды, ярҙам итергә, күтәрмәләргә генә торалар ине. Тауыш режиссерҙары Юлай Үҙәнбаев, Альберт Рамазанов менән эшләү үҙе бер бәхет ине.
“Ашҡаҙарға” әле лә барып инһәң, үҙ кеше итеп, ҡолас йәйеп ҡаршы алалар, хәл-әхүәлдәрҙе һорашалар. “Башҡортостан ҡыҙы”на подписка ваҡытында “Ашҡаҙар”ға йәш мөрәжәғәт итәбеҙ – уҡыусыларыбыҙға оран ташлайбыҙ.
Миңә “Ашҡаҙар” радиоһы оҡшай, сөнки ул мин бала саҡта яратып тыңлаған йырҙарҙы яңғырата, күңелгә ятышлы тапшырыуҙар эшләнә.
Яратҡан “Ашҡаҙар”ымды матур юбилейы менән ҡотлайым, артабанғы үҫешендә уңыштар теләйем!
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: