+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Февраль 2020, 16:33

Гүзәл Ҡырымсурина: «Иң элек – балаларым һәм уларҙың тормошо...»

Өс йәшендә Ҡөрьән сүрәләрен яттан өйрәнә, ә ете йәшендә – бөтә донъяға билдәле артист. Уны хәҙер Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә, хатта унан ситтә лә беләләр. Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең Йәмиле уға шундай дан алып килде.Юбилейҙарға бай 2019 йылдың сағыу мәҙәни ваҡиғаһына әүерелгән «Һеңлекәш» фильмында Йәмил ролен уйнаусы малайҙың исеме Арыҫлан, фамилияһы – Ҡырымсурин. Ҡырым утрауына ҡыҫылышы булмаһа ла, шундай үҙенсәлекле фамилия йөрөткән малай көтмәгәндә кино йондоҙо булып балҡый, уның ата-әсәһенә лә танылыу килә. Фильм экрандарға сыҡҡас, Гүзәл Ҡырымсурина улы Арыҫлан менән күп сараларҙың уртаһында була. Был һанда улар – «Башҡортостан ҡыҙы» журналының ҡунағы.

Өләсәйҙәр тәрбиәһенең ҡиммәте
Киләсәктә йондоҙ булыу һәр баланың күңелендә йәшәй. Бәғзе ата-әсәләр улының йә ҡыҙының һәләтен үҫтереү өсөн төрлө ҡорбандарға бара: ҡәҙимге йәшәү рәүешен ҡалдырып, ҙур ҡалаларға күсә, өр-яңынан тормош башлай, һөнәрен алыштыра. Ә бына Ҡырымсуриндар өсөн барыһы ла көтөлмәгәнсә килеп сыға.
Гүзәл менән Вәғиз, Мәләүез районынан булһалар ҙа, баш ҡалала, «Өфө уттары» күңел асыу комплексында, концерт мәлендә таныша. Ҡыҙ – педагог, егет техник белем үҙләштергән була. Йәштәр матур итеп ғаилә ҡора, ике йылдан улдары Арыҫлан, тағы ла алты йыл үткәс, ҡыҙҙары Алтынай донъяға килә.
Арыҫлан тыуған йылда Гүзәлдең атаһы Рафаэль Мөхәмәт улының ҡапыл вафат булыуы, әсәһе Фәниә Заһир ҡыҙының яңғыҙ ҡалыуы йәш ғаиләнең тормошона үҙгәреш индерә. Өс тиҫтә йылдан ашыу балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән ҡатын ирен юғалтыу ҡайғыһын ейәне Арыҫланға баҫа һәм башкөллө бала тәрбиәләүгә сума. Арыҫлан балалар баҡсаһына йөрөмәй тиерлек, һәр ваҡыт өләсәһе тәрбиәһендә була. Улар икәүләп башҡортса китаптар уҡый, йырлай, бейей. Хатта Арыҫландың кес кенә сағынан сүрәләр уҡыуы ла – өләсәһенең ҡаҙанышы. Өс йәшлек малай Аятел Көрсиҙе, Ихлас, Фатиха сүрәләрен, Рәббәнәне шытырҙатып яттан белә. Бына өләсәйҙәр тәрбиәһенең ҡиммәте ни тиклем ҙур!
Киноға тиклем «Сәңгелдәк»тә тәжрибә
Арыҫландың экрандағы тәүге аҙымы «Тамыр» балалар телеканалындағы тапшырыуҙарҙа башлана. Гүзәл улын «Сәңгелдәк»кә алып бара. Башҡортса таҙа һөйләшкән, йәшенә ҡарамай төплө, итәғәтле малайҙы шунда уҡ оҡшаталар. Шулай итеп, Арыҫлан Ҡырымсурин кескәйҙәр өсөн телевидение һәм радиотапшырыуҙар алып бара башлай. Әсәһе эшкә сыҡҡас, Арыҫландың телевидение «карьераһы» менән дә өләсәһе шөғөлләнә. Баланы студияға алып барыу, эфирҙағы яҙманың тамамланғанын көтөп ултырыу, кире алып ҡайтыу тулыһынса өләсәй иңенә ята. Һөҙөмтәлә ул «Сәңгелдәк»тә өс йыл эшләй. «Сулпылар» телевизион конкурсының финалына ла сыға.
– Йәшем еткәс, мине хатта тантаналы шарттарҙа «пенсия»ға оҙаттылар әле, – тип көлә Арыҫлан.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2020) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: