+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Февраль 2020, 13:36

Рәссам Әхмәт Лотфуллин хаҡында хәтирә

Баш ҡаланың Актерҙар йортонда СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхмәт Лотфуллиндың ( 4 февраль 1928 йыл — 10 июль 2007 йыл) хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте.

Бөйөк Рәссам Әхмәт Лотфуллин тыуған ауылым Ишҡолға яҡын Орсоҡта тыуған. Бер нисә генә өйлөк, Ирәндек ҡуйынында ятҡан бәләкәй генә ауыл ул. Шунда уның тыуған нигеҙе. Атаһы мулла булған. Һөргөнгә ебәреү башланғас, Шакир Ҡотоев, беҙҙең олатай, беҙҙең яҡта кулактар юҡ, тип уның ғаиләһенә һүҙ тейҙермәй алып ҡалған. Ошо хаҡта ул, әгәр ҙә Шакир Ҡотоев булмаһа, беҙ ҙә ер йөҙөнән юҡ ителер инек, тип автобиографик китабында яҙғайны. Рәхмәтле булғандар, тимәк.
Уның бөйөк рәссам икәнен белеп, аңлап үҫтек. Ысын, хәҡиҡәткә тоғро сәнғәт шулай булғанын уның картиналары аша йөрәгебеҙгә һеңдерҙек. Ул һүрәтләгән күренештәр күңелгә шул хәтлем яҡын, үҙ ине. Миңә уның “Өс ҡатын”, “Ямғыр үтенеү”, “Көтөү”, “Һабантуй” картиналыры, портреттар галереяһы үҙ
Әхмәт олатайымдарҙың өйөнә килеүен, Сәкинә өләсәйем менән олатайымдың портретын эшләүен һөйләгәндәрен иҫләйем. Ул портреттар күҙ алдымда ғына тора. Үкенескә ҡаршы, аръяҡтағы өй янғанда ул эштәр юҡҡа сыҡҡан.
Үҫә төшкәс, уның исеме йышыраҡ ишетелде. Күрше Рауил ауылына өй һала икәнең, картиналарында беҙҙең яҡ тәбиғәтен йыш тасуирлауын күрә, ишетә йөрөнөм.
Уның иҫ киткес шәхес булыуын, уның менән осрашыу, аралашыу үҙе бер бәхет, мөғжизә икәнен дә өлкәнерәк ижадсыларҙан ишеткәнем булды. Шулар араһында яҙыусы Әмир Әминевтың уның хаҡындағы “Өс осрашыу” тигән мәҡәләһе, Башҡортостандың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Зәйнетдинов хаҡындағы “Һуңлаған бүләк” повесындағы Әхмәт Лотфуллин образы хәтергә ныҡ уйылып ҡалған.
Ә Әхмәт ағай менән шәхсән танышыуым ҡыҙыҡ булды: беренсе курсты тамамлап, Асҡарҙан Ишҡолға ҡайтырға юл сатына баҫҡаным. Автобустар йөрөмәй, бөтә өмөт "попутка"ға эләгеү. Ул ваҡытта машиналар ҙа һирәк йөрөй бит әле. Шулай эҫелә саң йотоп баҫып торғанда шауҙырҙап эргәнән "Волга" үтеп тә китте. Ундай фырт машиналар ултыртамы инде, тип уйларға ла өлгөрмәнем, саң борҡотоп барып алғараҡ туҡтаны. Ҡурҡышымдан ҡымшанмай ҙа баҫып торам. Артҡы ишек асылып китте лә таныш баш күренде! Ул Әхмәт ағай Лотфуллин ине. Кил, тип саҡыра ине ул мине. Йүгереп барып ултырырға тура килде. Кем ҡыҙыһың, тип һораша башланы. Олатайҙарымды иҫләүен әйтте, хәл-әхүәлдәрҙе һорашып барҙы, Рауилда йәшәһә лә, мине Ишҡолға тиклем алып барып киттеләр. Ҡайтҡас, аптырап атай-әсәйемә һөйләнем. "Бик бейеккә күтәрелһә лә, ябай, эреләнмәгән икән", – тиеште улар.
Һаман да уның картиналарын күрһәм, ҙур тулҡынланыу кисерәм. Ул бит беҙ күргәнде тағы ла сағыуыраҡ буяуҙарҙа ҡабул иткән, шуға уның йөрәге аша үткәндәр беҙгә лә иҫ киткес яҡын һәм ҡәҙерле. Уға Хоҙай рәссамлыҡ таланты биргән. Башҡорт халҡына шундай һәләтле ул биргән. Әхмәт Лотфуллин – халҡыбыҙҙың ниндәй талантлы һәм юғары рухлы булыуын, тиңдәр араһында тиң икәнен башҡа ҡәүемдәргә иҫбатлаған бөйөк рәссам булып, һаман да беҙҙең хәтерҙә лайыҡлы урынын биләй.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: