Бөгөн Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығы Башҡортостанда киҙеү һәм ОРВИ эпидемияһының башланыуы тураһында хәбәр итте. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 27 ғинуарҙан 2 февралгән тиклем республикала 27 469 кешенең грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән аурыуы теркәлгән. Уларҙың 69,8 проценты – балалар.
Эпидемия миҙгеле башланыу сәбәпле Роспотребнадзор идаралығы кеше күп йыйылған урындарҙа һәм йәмәғәт транспортында йөрөү ваҡытын кәметергә, битлек кейергә, сирлеләр менән тығыҙ аралашмаҫҡа, ҡулды һабынлап йыуырға, танау ҡыуышлығын сайҡатырға, бүлмәне даими елләтергә, туҙанды еүеш сепрәк менән һөртөп алырға, С витамины булған аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирергә, һарымһаҡ һәм һуған ҡушылған ризыҡтарҙы мөмкин тиклем күберәк ашарға тәҡдим итә.