Ҡатын-ҡыҙҙар араһында онкология сирҙәре исемлегендә һөт биҙҙәре яман шеше беренсе урында. Ул иң аҙғын ауырыуҙар иҫәбендә. Рәсәйҙә йыл һайын 45 меңгә яҡын ҡатын-ҡыҙға мәкерле диагноз ҡуйыла. Башҡортостанда иһә йыл һайын бер меңгә яҡын гүзәл затта күкрәк яман шеше асыҡлана. Был ауырыуыға килтереүсе сәбәптәр бихисап. Хәҙерге мәшәҡәтле тормошта ғәҙәти ығы-зығы, хафаланыу ҙа сиргә юл яра. Ауырыуҙарҙың 10-20 процентына генетик факторҙар сәбәпсе. Һимереү, бауыр сирҙәре, ҡан быҫымы ауырыуы, шәкәр диабеты ла сиргә юл аса. Уларҙың береһен генә лә үҙегеҙгә ҡағылышлы тип тапһағыҙ, кисектермәйенсә, маммологка күренеү кәрәк, тип белдерә табиптар. Ун осраҡтың туғыҙында яман шеште дауаларға мөмкин. Тик бының өсөн уны ваҡытында асыҡлау мөһим. Онкология сирҙәрен тулыһынса иҫкәртеү мөмкин түгел. Әммә уның хәүефен кәметеү юлдары бар: зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу, дөрөҫ туҡланыу, ваҡытында ял итеү, табиптарға даими күренеү.