Әйткәндәй, 2020 – 2022 йылдарҙа ауыл төбәктәрен төҙөкләндереүгә Башҡортостанда 4,7 млрд. һум сығымдар ҡаралған. Уның 3 млрд. һумы – федераль бюджет аҡсаһы. Был – ил төбәктәре араһында иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Финанс сығымдар торлаҡ төҙөлөшөнә, газ, һыу үткәргестәр һуҙыуға, юлдар һалыуға йүнәлтелә. Торлаҡ пункттарын комплекслы төҙөү сиктәрендә 7 районда 11 проектты ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла.