+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
31 Ғинуар 2020, 18:10

Закон ҡабул ителде

Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары пленар ултырышта балиғ булмағандарға никотинлы тәмәке төҫлө әйберҙәрҙе һатыуҙы тыйған закон ҡабул итте. Һүҙ үҫмерҙәр араһында киң таралаған снюстар хаҡында бара.

Был тема бөтә илдә бәхәс тыуҙырҙы һәм әлегәсә федераль кимәлдә сиселеш тапманы. Башҡортостан иһә был йәһәттән алдараҡ бара.
– Был үҫмерҙәрҙең һәм балаларҙың һаулығын һаҡларға мөмкинлек бирәсәк. Закон республика халҡының күбеһендә яҡлау табасаҡ, – тине парламент рәйесе Константин Толкачев.
Уның билдәләүенсә, бындай закон бөгөнгө көндә Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә ҡабул ителгән.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: