+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
31 Ғинуар 2020, 19:07

Өфөлә еңел сәнәғәт форумы үтә

Баш ҡалабыҙ Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында бөгөн еңел сәнәғәткә арналған ҙур форум бара. Сарала властың федераль һәм төбәк органдары, эшлекле һәм ғилми даирәләр, тармаҡтың әйҙәүсе предприятиелары, эре сауҙа үҙәктәре һәм дистрибьюторҙар, финанс структуралары вәкилдәре, тармаҡ аналиктиктары, эксперттары ҡатнаша. Йыйынға шулай уҡ Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, Төркиәнең эшлекле даирәләр вәкилдәре лә килгән.

Форум еңел сәнәғәт эшенә йомғаҡтар яһау, уның үҫеш юлдарын билдәләү, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн мөһим майҙанға әйләнде. Еңел сәнәғәтте үҫтереү өсөн дәүләт ярҙамы биреү – йыйында ҡаралыусы төп һорауҙарҙың береһе.
Модельерҙар, дизайнерҙар, ҡорамалдар етештереүселәр, тармаҡты автоматлаштырыу һәм цифрлаштырыу буйынса белгестәр ҡатнашлығында секцияларҙағы, “түңәрәк өҫтәлдәр”ҙәге фекер алышыуҙар йәнле лә, ҡыҙыҡлы ла, ифрат файҙалы ла булыуы менән айырылып тора.
Мода секцияһы эшендә ҡатнашыусыларҙы республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың тормош юлдашы Каринэ Хәбирова сәләмләне. “Матурлыҡ тыуҙырыусылар менән осрашыуға ҡулланыусы булараҡ та, республика вәкиле булараҡ та бик шатмын”, – тине ул. Каринэ Владимировна республикала бик күп оҫталар йәшәүен, бигерәк тә боронғо традицияларҙы һаҡлаусы ҡулланма сәнғәт оҫталары бихисап булыуын билдәләне. “Урындағы етештереүселәр, дизайнерҙар тыуҙырған кейемдәр үҙебеҙҙең гардеробта булһа ине. Беҙгә килгән ҡунаҡтарҙың был тәңгәлдә заман менән бергә атлауыбыҙҙы күреүен теләйем”, – тип әйтте ул.
“Ағиҙел” башҡорт художестволы кәсептәре предприятиеһының генераль директоры Гүзәл Кәримова киләсәккә пландар менән уртаҡлашты. Милли үҙенсәлек менән һуғарылған көнкүреш кәрәк-яраҡтары, керамика, ҡулдан эшләнгән ҡабатланмаҫ йыһаздарҙан тыш, ҡатын-ҡыҙҙар, ирҙәр, балалар өсөн көндәлек, эшлекле һәм байрам кейемдәре етештереүҙе ныҡлап яйға һалырға йыйыныуҙары тураһында бәйән итте. Шулай уҡ ул мосолман кейеме лә, спорт менән шөғөлләнеү өсөн тәғәйенен дә сығарырға ниәтләүҙәре хаҡында әйтеп үтте.
Милли брендтарҙы нисек булдырырға? Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының сәнәғәт үҫеше буйынса эксперты Фаррух Алимджановтың шул хаҡтағы сығышы бик фәһемле булды. Ул Әрмәнстанда милли брендты нисек булдырыуҙары хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
Форум үҙенең эшен дауам итә. Уның пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы көтөлә.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: