-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Ғинуар 2020, 13:47

Күп функциялы үҙәктәр көсөргәнешле эшкә әҙер

Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәрендә балаларға яңы түләүҙәргә бәйле мөрәжәғәттәр һанының артыуын көтәләр. Хәбәр итеүебеҙсә, өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға өҫтәмә аҡсаны түбән килемле ғаиләләр аласаҡ.

Ғаризаларҙы 2020 йылдың 31 декабренә тиклем тапшырырға мөмкин.
Күп функциялы үҙәктең директор вазифаһын башҡарыусы Азалия Шитикова әйтеүенсә, әлеге көндә барыһы ла норматив документтарға үҙгәрештәр индерелеүен көтә. Унан һуң үҙәкккә килеүселәр һаны ла, мөрәжәғәттәр ҙә күбәйер тип күҙаллана.
Әлеге ваҡытта күп функциялы үҙәктәрҙә сират ваҡытын көтөү 15 минуттан да артмай. Хеҙмәт системаһы үҙгәртелеп, сифат өсөн эшләүгә етди иғтибар бүленә, ти ведомство етәксеһе.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: