Кисә төҙөлөш урынына Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров булды. Генераль подрядсы проектты ғәмәлгә ашырыуға әҙерлекте башлаған. Төҙөлөштөң дөйөм хаҡы – 33,5 миллиард һум. Шуның 24,45 миллиард һумы – капиталь грант (19,99 миллиарды — федераль бюджет аҡсаһы, 4,5 миллиарды – республика бюджеты аҡсаһы), 9,1 миллиарды – концессионер аҡсаһы.