+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Ғинуар 2020, 16:33

Башҡортостан КВН командаһы Премьер-лигала

Өфөнөң “Республика йөҙө” КВН командаһы, ниһайәт, Премьер-лигага сыҡты.

Сочила үткән “КиВиН- 2020” халыҡ-ара фестивалдә улар үҙҙәрен иң яҡшылар рәтендә таныта алған. Был хаҡта үҙенең сәхифәһендә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин хәбәр итә: “Мин һәләтле йәштәр менән һәр ваҡыт ғорурланам һәм уларға ярҙам итергә әҙермен”, - тип яҙған баш ҡала мэры.
“Республика йөҙө” командаһы был сараға бик ентекле әҙерләнгән һәм һөҙөмтә көттөрмәгән. Бынан ары Башҡортостан командаһы уйынын да башҡа билдәле коллективтар менән бергә Беренсе каналда күрергә мөмкин буласаҡ.

Фото Өлфәт Мостафин сәхифәһенән алынды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: