+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Ғинуар 2020, 16:40

Ҡайтам! Ҡайтам! Йырҙарыма ҡайтам...

27 ғинуарҙа Башҡортостан дәүләт концерт залында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижады буйынса “Ҡайтам! Ҡайтам! Йырҙарыма ҡайтам!” әҙәби музыкаль кисә була.

Уны ойоштороусылар билдәләүенсә, кисәгә билет алған һәр кем “Шағир көндәлеге” фильмына үҙ өлөшөн индерәсәк. Әйтергә кәрәк, был картина – республикала халыҡ иғәнәһенә төшөрөлгән беренсе нәфис фильм. Ошондай юл менән кино төшөрөү сит илдәрҙә киң таралған, ти фильм авторҙары.
– Ғөмүмән, был эш «Беренсе республика” һәм “Бабич” картиналарын логик тамамлау ул. Беҙ 1956 йылдарҙа туҡтатылып ҡалдыҡ. Рәми Ғарипов – ошо осорҙоң иң сағыу шәхесе. Халыҡ яҙыусыһына халыҡ фильмы булырға тейеш, тип уйланыҡ. Аҡса йыйыу менән акса йыйыу араһында айырма ҙур. Үҙенең көндәлектәрендә шул осорҙоң әҙәби тормошона ғына түгел, ә сәйәси ваҡиғаларына, кешеләренә ғәҙел баһа биргән, уйланған үҙ дәүеренең билдәле шәхесе быға һис шикһеҙ лайыҡ, - ти картинаның сценарий авторҙашы Гөлсәсәк Саламатова.
Әле буласаҡ фильмға сумманың иң ҙур өлөшөн башҡорт эшҡыуарҙары индергән. Актерҙар составы ла билдәләнгән. Улар Башҡортостан театрҙарынан йыйыласаҡ. Массовкаларҙа ябай кешеләрҙең дә ҡатнашыуы ихтимал. Фильм башлыса Өфө, Салауат районында һәм Мәскәү ҡалаһында төшөрөләсәк.
Рәми Ғариповҡа арналған кисәлә иһә шағир ижады аша мөхәббәт, тыуған илгә һөйөү төшөнсәләре хаҡында һөйләшергә саҡыра авторҙар. Шулай уҡ әҙиптең шиғырҙарына байтаҡ йырҙар яҙылған. Был кисәлә яратҡан моңдарыбыҙҙы ишетеребеҙ, ти улар.
Ошо көндәрҙә халыҡ шағирының 90 йәшен билдәләү хаҡында республика башлығының Указы донья күрҙе. Тимәк, быйылғы йыл Рәми Ғарипов исеме менән дә бәйле буласаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: