-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
23 Ғинуар 2020, 12:16

”Ашъяулыҡ”ҡа рәхим итегеҙ

Башҡортостанда 2020 йылда үтәсәк VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә Әбйәлил районының Мәҙәниәт һәм ял үҙәге ”Ашъяулыҡ” башҡорт аш-һыуы фестивале ойоштора. Ул 2020 йылдың 13 февралендә Асҡар ауылының үҙәк майҙанында уҙасаҡ.

Башҡортостанда 2020 йылда үтәсәк VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә Әбйәлил районының Мәҙәниәт һәм ял үҙәге ”Ашъяулыҡ” башҡорт аш-һыуы фестивале ойоштора. Ул 2020 йылдың 13 февралендә Асҡар ауылының үҙәк майҙанында уҙасаҡ.
Фестиваль башҡорт милли кухняһы үҙенсәлектәрен популярлаштырыу, милли аш-һыу әҙерләүсе оҫталарҙы табыу, милли ризыҡтар етештереүҙә яңы технологиялар күрһәтеү, йәмәғәт туҡландырыу өлкәһе белгестәренең тәжрибәһен уртаҡлашыу һәм һөнәри оҫталығын камиллаштырыу, аш-һыу әҙерләүҙә һәм биҙәүҙә прогрессив йүнәлештәрҙе билдәләү, ризыҡ төрҙәре ассортиментын киңәйтеү маҡсатында үткәрелә.
”Ашъяулыҡ” башҡорт аш-һыуы фестивале сиктәрендә ит, һөт, ҡамыр аҙыҡтары, эсемлектәр, онотолған милли ризыҡтар, тамашасылар һөйөүе номинацияларына конкурстар уҙа.
Фестивалдә республикала эшмәкәрлек алып барған йәмәғәт туҡландырыу ойошмалары һәм башҡорт аш-һыуы оҫталары ҡатнаша ала. Ярыш мәлендә ҡатнашыусылар тик санитар-гигиена талаптарына яуап биргән тәбиғи аҙыҡ-түлекте генә ҡуллана ала.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн ғаризалар 83477220334 телефоны йәки [email protected] электрон адресы буйынса ҡабул ителә.
“Ашъяулыҡ” башҡорт аш-һыуы фестивален үткәреү шарттары менән ошо һылтанма буйынса танышырға мөмкин: http://abzelil-kultura.ru/concurci/polozhenie-o-provedenii-otkrytogo-rajonnogo-festivalya-bashkirskoj-kuhni-ashyauly/.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: