Документҡа ярашлы, башҡорт йәмәғәтселеге өсөн мөһим датаны киң билдәләү буйынса дәүләт кимәлендәге ойоштороу комитеты төҙөләсәк.
Үҙенең оҙон булмаған ғүмер юлында туған теле өсөн йәнен фиҙа ҡылған, уны яҡлауға бар ижадын бағышлаған Рәми Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районының Арҡауыл ауылында тыуған.
Иҫән сағында ялҡынлы ижады, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бер награда һәм исем дә алмаған шағирҙың шәхесе беҙҙең көндәрҙә генә танылды. Уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме һәм Салауат Юлаев дәүләт премияһы үҙе үлгәндән һуң ғына бирелде.
Әҙиптең үлемһеҙ “Туған тел” шиғыры бөгөнгө көнгә лә ауаздаш. Әсә телен яратыу һәм үҫтереү һәр заманда ла актуаль булып ҡала. Әле Рәми Ғарипов тураһында башҡорт киноһы төшөрөлә. Булат Йосопов режиссерлығындағы буласаҡ фильм “Шағир көндәлеге” тип атала.
Был – республикала халыҡ аҡсаһына төшөрөлгән беренсе картина. Әле уны тормошҡа ашырыуға иғәнә йыйыу дауам итә.