+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
20 Ғинуар 2020, 14:38

Беренсе балаға – әсәлек капиталы

Беренсе бала тыуыу уңайынан әсәлек капиталына документтар йыйыу 2020 йылдың яҙ айҙарында башланыр тип көтөлә. Был хаҡта Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет ағзаһы Светлана Бессараб “Известия” газетаһына белдергән.

Президент Владимир Путиндың беренсе балаға түләүҙәр күләмен арттырыу буйынса йөкләмәһен тормошҡа ашырыу өсөн “Балалары булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр” һәм “Ғаиләләрҙе яҡлауҙа өҫтәмә саралар” тигән закон проекттарына үҙгәрештәр индереү зарур. Белгестәр билдәләүенсә, был закон проекттары Дәүләт Думаһында тиҙ арала ҡараласаҡ.
Владимир Путин 15 ғинуарҙа Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә әсәлек капиталы программаһын киңәйтеү тураһында тәҡдим индергәйне. Ул 2026 йылдарға тиклем оҙайтыла һәм беренсе балалары тыуған ғаиләләргә лә бирелә башлай. Күләме – 466 мең 617 һум. Ике балаһы булған ғаиләләргә түләүҙәр 616 мең 617 һумға тиклем арттырыла. Әсәлек капиталы йыл һайын индексакциялана бара.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: