+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
16 Ғинуар 2020, 17:26

Ҡоролтайҙа осрашыу

#ҡоролтай #БашҡортТеле #БашҡортТелеЙылыБөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында матбуғат конференцияһы үтте. Уның Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, ойошманың уҙған йылдағы эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса байҡау яһап, иң сағыу сараларға туҡталып үтте: I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы, йәштәр форумы, ер шарынан 800-ләп делегатты йыйған V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы...

2020 йыл да йөкмәткеле ваҡиғаларға бик бай буласаҡ. Эльвира Ринат ҡыҙы журналистарҙы тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләргә, халыҡ өсөн мөһим был ғәмәлдәрҙе яҡтыртыуҙа әүҙем булырға саҡырҙы. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаларының 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итеү хаҡындағы башланғысы республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров тарафынан хупланыуын әйтеп үтте. Ошо айҡанлы тотош программа йыл дауамында Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән башҡа төбәктәрендә лә тормошҡа ашырыласаҡ. Йылдың һәр айы айырым йүнәлешкә арналасаҡ, уның сиктәрендә тематик дәрестәр, ижади бәйгеләр, фестивалдәр, шәжәрә байрамдары һәм башҡа күп саралар уҙғарыу ҡаралған. Улар социаль селтәрҙәрҙә киң яҡтыртылып барасаҡ.
Эльвира Айытҡолова уҙған йылда ҡоролтайҙың күрше төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән эшләүгә ҙур иғтибар биреүен, был эштең быйыл тағы ла йәнлерәк алып барыласағын билдәләне.
Башҡарма комитет ағзаһы, журналист, шағирә Лариса Абдуллина заман менән бер тиң үҫешеп, дәүләт теле булып, үҙенең бай хоҡуҡи, әҙәби һәм башҡа өлкәләге терминдары менән бөгөнгәсә килеп еткән телебеҙҙең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү зарурлығы хаҡында һөйләне.
Былтыр бөтә республика буйлап барған “Айыҡ ауыл” конкурсы хаҡында Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ағзаһы Марсель Тойғонов бәйән итте. Проектта 54 райондың 52-һенән 464 ауыл ҡатнашты, тине ул. Тәүҙә бәйге райондарҙа үтһә, республика кимәленә 47 ауыл сыҡты. Улар быйыл 23 февралдән 28-нә тиклем үҙ проектын Өфөлә яҡлаясаҡ. 1 марттан 10 мартҡа ҡәҙәр Интернет тауыш биреү менән еңеүселәр билдәләнәсәк. Конкурсҡа йомғаҡ 20 мартҡаса яһаласаҡ: I урын өсөн – 500 мең һум, II урынға – 250 мең һум, III урынды алыусы ауылға 150 мең һум аҡсалата бүләк ҡаралған. Әлбиттә, был матур бәйге 2020 йылда ла дауам иттереләсәк.
“Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә республика халҡына психологик, наркологик ярҙам күрһәтеү маҡсатында 22-23 ғинуарҙа Ҡыҙыу линия ойошторолоуын әйтеп үтергә теләйбеҙ. Был көндәрҙә 11 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем 8-800-7000-183 телефоны буйынса бушлай шылтыратып, нарколог, психолог һәм психотерапевтар кәңәшен ишетергә мөмкин буласаҡ.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: