+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Ғинуар 2020, 16:48

«Башҡортостан ҡыҙы» тағы ла еңеүсе!

Рәсәй матбуғаты көнө уңайы менән Өфөлә иң яҡшы журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте. Республика Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында төрлө конкурстар, ижади бәйгеләрҙә еңеү яулаған ҡәләм әһелдәренә төрлө бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды. «Башҡортостан ҡыҙы» журналы «Дәүләт телдәре һәм Башҡортостан Республикаһындағы телдәр үҫешен яҡтыртыу буйынса иң яҡшы» номинацияһында I дәрәжә һәм «Республика гәзит-журналдар араһында наркоманияны профилактикалау һәм сәләмәт тормошто пропагандалау темаһын иң яҡшы ойоштороу» номинацияһында III дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Сарала «Башҡортостан ҡыҙы» журналының Рәсәйҙә этник баҫмалар араһында «Иң яҡшы журнал» номинацияһында еңеүсе тип табылыуы ла билдәләп үтелде.

Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы эштәрендә уңыштар, яңы бейеклектәр яулауҙарын, иң мөһиме, һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге теләйбеҙ!

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: