+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10 Ғинуар 2020, 11:14

Гөлнур Яҡупова – Һәҙиә Дәүләтшина премияһы лауреаты

Күренекле башҡорт яҙыусыһы Гөлнур Яҡупова Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына лайыҡ булды.

Яҙыусыға юғары награда “Тылсымлы ҡәләм” йыйынтығы өсөн бирелде. Китапҡа бәләкәй һәм урта мәктәп йәшендәге балалар өсөн әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар һәм йомаҡтар индерелгән.
Гөлнур Яҡупова – балалар өсөн яҙылған 8 китап авторы. Яҙыусының үҙе әйтеүенсә, тәүге һөнәренең башланғыс класстар уҡытыусыһы булыуы уға балалар психологияһын яҡшы аңларға ярҙам итә. “Балалар өсөн яҙыу тағы ла ҡатмарлыраҡ һәм яуаплыраҡ. Ләкин мин кескәйҙәр өсөн әкиәттәр яҙырға яратам”, – ти ул.
Гөлнур Яҡупова республиканың әҙәбиәт көмбәҙендә прозаик, шағир, тәржемәсе, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ танылыу алған. Ижадсы үҙенең бөтә тормошон башҡорт журналистикаһына һәм милли әҙәбиәткә бағышлаған. Шиғырҙары, хикәйәләре, повестары һәм “Ҡатындар” трилогияһы әҙәбиәт тәнҡитселәре, уҡыусылар тарафынан юғары баһа алды.
Яҙыусы Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән. ”Бер мәктәптән генә 13 яҙыусы сыҡҡан. Был – бер ҡайҙа ла булмаған хәл. Шуның менән бик ғорурмын. Балалар әҙәбиәте өлкәһендә эшләгән яҙыусы булараҡ, үҙемдең туған мәктәбемдә уҡыусылар өсөн ижади конкурстар үткәрәм. Уға быйыл 20 йыл була”,– тип үҙенең шатлығы менән уртаҡлашты Гөлнур Яҡупова.
Әле ул яңы пландар менән янып йәшәй. Балалар өсөн ижадын дауам итәсәк һәм “Ҡатындар” трилогияһының русса вариантын нәшер итергә ниәтләй.
Күренекле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы 2005 йылда булдырылған. Премия лауреаттары араһында Кәтибә Кинйәбулатова, Факил Мырҙаҡаев һәм Сафуан Әлибаевтар бар.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: