Бының өсөн предприятиеға «Blackmagic” маркалы яңы ҡоролма алынған. Киностудия директоры Юнир Әминев әйтеүенсә, ундай аппарат күрше Татарстан, электән киноиндустрия тармағы үҫешкән Екатеринбургта ла юҡ.
Иҫке кинотаҫмаларҙа үҙенсәлекле, хатта республика кинотарихының алтын фондына инерлек фильмдар һаҡлана. Ләкин ваҡыт үтеү менән, уларҙың сифаты насарая бара. Ҡайһыларына бөтөнләй юғалтыу ҡурҡынысы янай.
Иҫке таҫмаларҙы һанлы форматҡа күсереү – ул заман талабы, ти белгестәр. Берҙән, улар ышаныслы һаҡлана, икенсенән, элекке фильмдарҙы киң даирә тамашасыларға сығарыу мөмкинлеге тыуа. Сөнки бөгөнгө кинотеатрҙарҙың күбеһе һанлы ҡорамалдарҙа эшләй.
Киностудияның архив фондында һаҡланған фильмдар араһында күренекле режиссер Әмир Абдразаҡовтың байтаҡ эштәре бар. Тик уларҙа билдәле артистар Шамил Рәхмәтуллин, Хәмит Яруллин, Гөлли Мөбәрәкова, Зинира Атнабаева, Ғаяз Алтыншин, Рәфил Нәбиуллиндарҙың уйнаған ролдары яҡты иҫтәлеккә ҡалған.