+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Ғинуар 2020, 12:55

Башҡорт фарфоры

Әҙәм балаһы ҡасан донъяһын айырыуса түңәрәк итеп тоя? Күптәрҙә йыш ҡына был хис яҡын кешеләре менән йыйылышып, матур табын артында ултырған минуттарҙа тыуалыр, моғайын. Эйе, зауыҡлы, күркәм биҙәлгән табындар бөтөнлөк тойғоһо уята, йылылыҡҡа сорнай. Ә өҫтәл йәме булырлыҡ һауыттарҙы һис әллә ҡайҙан эҙләргә түгел: Октябрьский ҡалаһындағы «Башҡорт фарфоры» заводында сығарылған аш, сәй, ҡәһүә сервиздары иң талымлы хужабикәләр күңеленә лә хуш килер, иң затлы ҡунаҡ алдында ла йөҙҙө ҡыҙартмаҫ.

«Башҡорт фарфоры» – элекке «Октябрьский фарфор һауыт-һаба заводы» – Рәсәйҙә ресторандар өсөн фарфор сығарыуға махсуслашҡан эре етештереүселәрҙең береһе. 1963 йылда асылған, заманса технологиялар индереп яңыртылған заводта сифаты Европа кимәлендәге фарфор эшләнә. Унда халыҡ-ара талаптарға яуап биреүсе, экологик яҡтан таҙа, хәүефһеҙ сеймал файҙаланыла. Завод Франциянан, Германиянан ҡайтартылған ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Бөгөн башҡорт фарфорын илдә яҡшы беләләр, меңләгән ҡунаҡханалар, ресторандар уны уңышлы файҙалана. Әлбиттә, Октябрьскийҙа сыҡҡан һауыт-һабаны хужабикәләр ҙә бик яратып тотона. Һөттәй аҡ сеймалдан яһалған һауыттар өҫтәлдәргә тантаналы төҫ бирә, кәйефте күтәрә, ныҡлығы, төрлөлөгө менән айырыла.
Һыу, балсыҡ, ут, оҫтаның илһамы бергә ҡушылып, ана шулай һоҡланғыс әйберҙәр тыуа. Улар ни өсөн ныҡ, тиһегеҙме? Фарфорҙың сеймалы махсус һайланған – ул, 1400 градус ҡайнарлыҡта яндырғандан һуң, ғәжәйеп сынығыу ала. Өҫтөнән ялтырауыҡ йүгерткәнгә күрә, һауыт оҙаҡ ваҡыт тотонғанда ла тоноҡланмай, иҫкермәй. Был ҡат ҡалын ғына итеп яғыла, шунлыҡтан фарфорҙа ризыҡ аҡрыныраҡ һыуына. Һауыт-һаба йыуыу машинаһында һыу температураһы ҡайнарланып-һыуыныуына ла бирешмәй. Сите ҡалынайтып эшләнеүе иһә сыйылыуҙан, сатнауҙан һаҡлай.
Шып-шыма һауытты ҡулға алыу ҙа күңелле. Уны, һис икеләнмәйенсә, 300 градус эҫелеккә ҡуйырға, уттай ҡыҙыу мейестә ризыҡ әҙерләү өсөн файҙаланырға була. Аш һалынған һауытты микротулҡынлы мейескә тыҡһаң да, зыян килерлек түгел.
Яҡшы аш һәм сәй сервиздары өйгә мәртәбә, ҡот өҫтәй, байрамға көйләй һәм унда йәшәүселәр хаҡында бик күпте һөйләй. Сифатлы фарфор һауыттары булған хужабикәләр ҡунаҡ ҡасан килһә лә, уны дәрәжәле ҡабул итә.
Көнкүрештә һоҡланғыс әйберҙәр ҡулланабыҙ икән, ул гүзәллек күңелдәргә лә күсә, беҙҙе тәрбиәләй, тормошобоҙҙоң бер өлөшөнә әйләнә – шулай түгелме ни? Иртәнсәк матур һауыттан ашаған ябай бутҡа ла телде йоторлоҡ тәмле тойола, зауыҡлы тәрилкәгә һалынған төшкө аш эсебеҙгә иң татлы һый булып инә. Ә кистәрен нәзәкәтле сынаяҡтарҙан эскән сәй көнө буйы йыйылған арыуҙы алып ташлай. Сөнки матурлыҡ күҙҙе иркәләп кенә ҡалмай, һиллек, бәхет тулҡындарына көйләй. Шул мөхиттең йылыһын һеңдергән кешеләр ғүмер буйы уны үҙҙәрендә йөрөтә. Күптәргә өйҙәрендәге фарфор быуындан-быуынға күскән тарихты һаҡлаусы, ата-бабаларҙы, әсәй-өләсәйҙәрҙе хәтерләтеүсе ҡомартҡы булараҡ та ҡәҙерле.
Әйткәндәй, һауыттарға, алдан һөйләшеп, үҙегеҙ теләгән һүрәтте төшөртөргә, мәҫәлән, ғаиләгеҙ фамилияһының художестволы биҙәген баҫырға мөмкин.
Боронғо заманда модала булған фарфор бөгөн дә ҡиммәтен юғалтмай. «Башҡорт фарфоры» заводы кибетендә уның йәнең теләгәнен һайлап алырға мөмкин. Тыныс, йә, киреһенсә, сағыу төҫтәрҙә биҙәлгәне, ситтәренә алтын, көмөш ялатылғаны, йә булмаһа классик ап-ағы – барыһы ла табындарығыҙҙы ижади итеп ҡорорға дәртләндерер.
«Башҡорт фарфоры» заводы кибетенең адресы түбәндәгесә:
Октябрьский ҡалаһы, Төньяҡ урамы, 60 «а».
Тел. (34767) 4-44-25.
еmail: [email protected]
www.bashfarfor.ru

Виктор ЛУШКИН фотолары.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: