“Яңы йондоҙ – 2020” Бөтә Рәсәй конкурсы ҙур кимәлдә үткәрелгән йырсылар бәйгеһе. Унда йыл һайын илдең 85 төбәге вокал буйынса үҙ көсөн һынап ҡарай. Башҡортостандан проектта Карина Меликян сығыш яһаясаҡ. Конкурстың беренсе туры 31 декабрь була. Киләһенә үтеүселәр байрам көндәрендә лә һынау тота һәм еңеүселәр телевизор ҡараусыларҙың тауышы менән баһалана.
Конкурстың еңеүселәрен билдәләү ике этапта башҡарыла. Уныү тәүгеһе, 4 ғинуарҙа баһалама ағзлары һайлап алған иң шәп башҡарыусы бүләкләнә, ә 7 ғинуар тамашасыларҙың тауышын йыйған еңеүсе билдәләнә.
Вокал бәйгеһенең төп маҡсаты бөтә доньяға иң яҡшы йырсыларҙы танытыу һәм илебеҙҙең төрлө төбәктәренең мәҙәниәте менән танышытырыу.
Тулыраҡ мәғлүмәттәр телеканалдың рәсми сайтында һәм “Яңы йондоҙ– 2020” конкурсының “Программа” бүлегендә.