+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Декабрь 2019, 14:04

Журналистар яңы йыл клибы төшөрҙө

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Яңылыҡтар” сығарылышы байрам клибы төшөрҙө. Ул башҡорт телендә тапшырыуҙар алып барыусы Айнур Кәбировтың “Йыл йомғаҡтары” программаһында бөгөн яңғыраясаҡ.

“Яңы йыл” тигән йырҙың авторы - Гөлдәриә Йосопова. Уға ошо көндәрҙә генә йәш йырсы, “Ашҡаҙар” радиоһының мөхәррире Лариса Сафуанова көй яҙҙы. Гөлдәриә Йосопова билдәләүенсә, йыл йомғаҡтарын барлау ғәҙәттәгесә ҡоролмаған. Тапшырыуҙа айырым ваҡиғаларға эксперттар, хәбәрселәр күҙлегенән байҡау яһала, баһа бирелә. Тамашасыларҙы иң тәмле күстәнәс программаның аҙағында көтә. Унда яңылыҡтар журналистарының байрам клибын күрергә мөмкин.
Клиптың продюсеры Гөлназ Хәйбуллина, телевидение журналистары төп ролдәрҙә сығыш яһай, тине. Кемдер шыршы биҙәй, яҡындарына бүләктәр һайлай, ә ҡайһы берәүҙәр, хыял доньяһына сумып, бәхетле трамвайҙа китеп бара. Йәғни, хәбәрселәр микрофон тотоп йөрөмәйәсәк, беҙ уларҙың ябай тормоштарын күрәсәкбеҙ. Клипты оператор Станислав Птица һәм Роберт Дәүләтбирҙин төшөргән.
Шулай итеп, “Йыл йомғаҡтары” 30 декабрҙә киске сәғәт 10.30 башлана. Тамашасылары менән артабан дә бергә ҡалыу теләген белдереп, БСТ журналистары һеҙҙе “Яңы йыл” клибында көтөп ҡала.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: