+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Декабрь 2019, 14:16

“Ҡоро закон” үҙ көсөнә инде

Бөгөн, йәғни 30 декабрҙә, байрам көндәрендә спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләгән закон үҙ көсөнә инде. Алкоголде һатыу режимын көйләү былтырғы насар стастистиканы күҙ уңында тотоп ҡабул ителде.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, уҙған йылдарҙы анализап, араҡы менән ағыуланыу осраҡтары тап 3 ғинуарға тура килгән, тип билдәләне. Бында ялған эсемлектәрҙе эсеү генә түгел, ә саманан тыш ҡулланыу осраҡтары ла инә. Тап байрам көндәрендә айырым райондар һәм ҡалаларҙа суицид, ауыр енәйәт ҡылыу осраҡтары арта.
3 ғинуар сауҙала спиртлы эсемлектәр бөтөнләй һатылмай, ә 4 – 6 ғинуарҙа һатыу ваҡыты сикләнә. Шулай уҡ был көндәрҙә ялған араҡы һатыусыларҙың нөктәләренә лә иғтибар көсәйтелә.
Халыҡтың ялын саралар менән байытыу маҡсатында, урындарҙа мәҙәни-спорт сараларын күберәк үткәреү тәҡдим ителгән.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: