Сауҙа нөктәһендә ҡул эшенән торған биҙәүестәр, музыка ҡоралдарынан – ҡурай, ҡумыҙ, хайран, милли орнаментлы футболкалар, галстуктар һатып алырға мөмкин.
Әйтергә кәрәк, Зәйнетдиновтар - һәр яҡлап та һәләтле ғаилә. Хужабикә Гөлгөнә ханым, милли биҙәүестәр эшләү менән мауыға, балаларҙың барыһы ла музыка ҡоралдарында уйнай. Шуға күрә сауҙа нөктәһенә килгән һәр кемгә урында оҫталыҡ дәрестәре бирә. Зәйнетдиновтар ҡурайҙа ла, ҡумыҙҙа ла уйнап күрһәтәр, теләге булғандарға өйрәтә лә.
Сауҙа нөктәһе иртәнге туғыҙҙан киске ундарға тиклем эшләй. Киләсәктә Өфөнө туризм үҙәге итеп күрһәтеү өсөн урындағы милли сувенирҙар, уларҙың төрлөлөгө мөһим урында тора. Ҡыҙғаныс ҡаршы, бөгөн республикабыҙҙы танытырлыҡ урындар күп түгел. Шуға күрә, Зәйнетдиновтарҙың был башланғысы уңышлы булһын, тип теләге килә.